Ярай, булһын шулай
♪
Начинаем
Уйлама, мин онотманым
Беҙҙең осрашыуҙар hүҙҙәрен..
0:000:00
Засечки — начала куплетов. Стрелки ← → прыгают по ним, а не по секундам.
Текст песни «Ярай, булһын шулай» — Гөлсөм Бикбулатова
Уйлама, мин онотманым
Беҙҙең осрашыуҙар hүҙҙәрен..
Yҙ-үҙемде алдау булды, тинең,
Моңhоу ине ул саҡ күҙҙәрең.
Килдем hине ҡаршыларға,
Әммә hалҡын ине ҡарашың.
Йөрәгеңдә миңә урын ҡалманы,
Мөхәббәттең шулдыр юғалғаны...
Ярай, булhын шулай...
Тик йөрәгемдә ҡалыр ул яра!
Ерҙә мәңге мөхәббәт булмай,
Яҙмыштарҙан уҙыр юҡ сара...
Бәхет әҙләп урау юлдар үтмәм,
Һөйөү әҙләп мин яттарға китмәм.
Сабырлыҡтын сиге - алтын, беләм,
Түҙемлегем йыйып hине көтәм!
Йондоҙ булып атылырhың,
Хыялыңда миңә елерhең...
Ҡайҙарҙалыр алыҫта hин,
Ышанам: әйләнеп килерhең!
Ярай, булhын шулай,
Тик йөрәгемдә ҡалыр ул яра!
Ерҙә мәңге мөхәббәт булмай,
Яҙмыштарҙан уҙыр юҡ сара...
Юҡ сара!..
Ярай, булhын шулай,
Тик йөрәгемдә ҡалыр ул яра!
Ерҙә мәңге мөхәббәт булмай,
Яҙмыштарҙан уҙыр юҡ сара...
Юҡ сара!..