Наҙлы һөйөү

Ямилова Рузилә

Начинаем
2
Ниңә шулай иркә һинең ҡулың,
Ҡарашыңдан ирей йөрәгем.
Мөхәббәттең нурҙарына тулып
Ҡосағыңда килә үләһем.
0:00
0:00

Засечки — начала куплетов. Стрелки ← → прыгают по ним, а не по секундам.

Текст песни «Наҙлы һөйөү» — Рузилә Ямилова

Ниңә шулай иркә һинең ҡулың, Ҡарашыңдан ирей йөрәгем. Мөхәббәттең нурҙарына тулып Ҡосағыңда килә үләһем. Ирендәрең һинең балдай тәмле, Һулыштарың гөлдәр иленән. Ҡаршы алған таңдар ниндәй йәмле, ниндәй йәмле, Сигелгәндәй ҡоштар теленән. Ирмәк бала кеүек иркәләнеп Ҡосағыңа кереп һыйынам. Һөйөү моңдарында тирбәләнеп, тирбәләнеп Ҡарашыңа ғына бойһонам. Ирендәрең һинең балдай тәмле, Һулыштарың гөлдәр иленән. Ҡаршы алған таңдар ниндәй йәмле, ниндәй йәмле, Сигелгәндәй ҡоштар теленән. Ирендәрең һинең балдай тәмле, Һулыштарың гөлдәр иленән. Ҡаршы алған таңдар ниндәй йәмле, ниндәй йәмле, Сигелгәндәй ҡоштар теленән, Сигелгәндәй ҡоштар теленән.