Ҡышҡы романс

Гафаров Фидан

Начинаем
Аҡты ташып, аҡты ярһып ҡар һыуҙары,
Шулдыр инде яҙҙың ташып ярһыуҙары.
0:00
0:00

Засечки — начала куплетов. Стрелки ← → прыгают по ним, а не по секундам.

Текст песни «Ҡышҡы романс» — Фидан Гафаров

Аҡты ташып, аҡты ярһып ҡар һыуҙары, Шулдыр инде яҙҙың ташып ярһыуҙары. Аҡты беҙҙең ҡар өҫтөндә ҡалған эҙҙәр, Аҡты илап икәү бергә һалған эҙҙәр. Һин – ғүмер ағыштарым, Һин – минең һағыштарым, Һин – минең шатлыҡ илем, Юғалтыу, табыштарым. Һин – минең һағыштарым... Яҙҙар килә, яҙҙар китә, һыуҙар аға, Көндәр аға, айҙар аға, йылдар аға. Һыуҙарҙың да, айҙарҙың да, йылдарҙың да, Ағышынан эҙҙәр ҡала, эҙҙәр ҡала. Һин – ғүмер ағыштарым, Һин – минең һағыштарым, Һин – минең шатлыҡ илем, Юғалтыу, табыштарым. Һин – минең һағыштарым... Бына инде тағы ергә ҡарҙар яуа, Бөтә нәмә туңған төҫлө ҡар аҫтында. Һыуҙар аға, айҙар аға, йылдар аға, Һине күрәм айҙар, йылдар ҡарашында. Һин – ғүмер ағыштарым, Һин – минең һағыштарым, Һин – минең шатлыҡ илем, Юғалтыу, табыштарым. Һин – минең һағыштарым, Һин – минең һағыштарым, Һин – минең һағыштарым...