Офө йүкәләре
8
Начинаем
Йәшлек урамдары
Тулы хыялдары,
0:000:00
Засечки — начала куплетов. Стрелки ← → прыгают по ним, а не по секундам.
Текст песни «Офө йүкәләре» — Фидан Гафаров
Йәшлек урамдары
Тулы хыялдары,
Беҙ шатлыҡҡа туймаҫ иҫәрҙәр.
Өфө йүкәләре
Беҙҙең хаҡта ла әле
Япраҡ яра-яра һөйләрҙәр.
Өфө йүкәләре
Беҙҙең хаҡта ла әле
Япраҡ яра-яра һөйләрҙәр.
Беҙҙең менгән аттар -
Йылдар-арғымаҡтар,
Көмөш теҙген, алтын йүгәндәр.
Өфө йүкәләре
Онотмаҫтар әле,
Сәскә ата-ата һөйләрҙәр.
Өфө йүкәләре
Онотмаҫтар әле,
Сәскә ата-ата һөйләрҙәр.
Ғүмер ике килмәй,
Уттар ике һүнмәй.
Беҙ - мең янып, тик бер һүнгәндәр.
Өфө йүкәләре
Беҙҙең хаҡта ла әле
Япраҡ ҡоя-ҡоя һөйләрҙәр.
Өфө йүкәләре
Беҙҙең хаҡта ла әле
Япраҡ ҡоя-ҡоя һөйләрҙәр,
Япраҡ ҡоя-ҡоя һөйләрҙәр,
Япраҡ ҡоя-ҡоя һөйләрҙәр!