Зөлфиә

Дәрүиш Хан

Начинаем
Тау битендә бәләкәй ауыл,
Ауыл эсендә илле йорт.
0:00
0:00

Засечки — начала куплетов. Стрелки ← → прыгают по ним, а не по секундам.

Текст песни «Зөлфиә» — Хан Дәрүиш

Тау битендә бәләкәй ауыл, Ауыл эсендә илле йорт. Бер йортта йәшәй медсестра - Һылыу, матур Зөлфиә. Эх, Зөлфиә, ҡарале миңә, Бына мин торам – көтөүсе Мәннән. Эх, Зөлфиә, кейәүгә миңә Сыҡ әйҙә тиҙ(е)рәк – тыуыр игеҙәк! Мин һорағас ҡулын-йөрәген, Зөлфиә яуап бирҙе: - Һинең кеүек пастухтар, Биш йыл инде һораны! Эх, Зөлфиә, ҡарале миңә, Бына мин торам – көтөүсе Мәннән. Эх, Зөлфиә, кейәүгә миңә Сыҡ әйҙә тиҙ(е)рәк – тыуыр игеҙәк! Йөрәгем минең һыуынды, Зөлфиәгә тәм үлде. Ҡартайҙы яңғыҙ Зөлфиә, Һайланып яңғыҙ ҡалды. Эх, Зөлфиә, ҡарале миңә, Бына мин торам – көтөүсе Мәннән. Эх, Зөлфиә, кейәүгә миңә Сыҡ әйҙә тиҙ(е)рәк – тыуыр игеҙәк! Һайланмағыҙ, һылыуҡайҙар – Егеттәр йөрәген өҙмәгеҙ. Зөлфиә тормошон күрегеҙ, Һайланып яңғыҙ ҡалмағыҙ! Эх, Зөлфиә, ҡарале миңә, Бына мин торам – көтөүсе Мәннән. Эх, Зөлфиә, кейәүгә миңә Сыҡ әйҙә тиҙ(е)рәк – тыуыр игеҙәк! Эх, Зөлфиә, ҡарале миңә, Бына мин торам – көтөүсе Мәннән. Эх, Зөлфиә, кейәүгә миңә Сыҡ әйҙә тиҙ(е)рәк – тыуыр игеҙәк!