Яратылыу
♪
Начинаем
Яратыу һәм яратылыу
Боронғо изге йола:
0:000:00
Засечки — начала куплетов. Стрелки ← → прыгают по ним, а не по секундам.
Текст песни «Яратылыу» — Хан Дәрүиш
Яратыу һәм яратылыу
Боронғо изге йола:
Үпкән-ҡосҡан елгә оса,
Яратҡан берәү була.
Берәү була, шул берәүҙең, берәүҙең
Белмәйбеҙ ҡәҙерләрен, ҡәҙерләрен.
Ул яратты, ә мин, ә мин уны яратмай, йәберләнем.
Ул яратты, ә мин, ә мин уны яратмай, йәберләнем.
Шул көндәрем күңелемә
Ҡырылды, һағыш булып.
Йылдар үтә, барған һайын
Тойола, яңлыш булып.
Яң(ы)лышыуҙы төҙә-төҙәтергә
Һуң инде теләһәң дә, теләһәң дә.
Ҡосағыма ал алмайым башҡанан көнләһәм дә,
Ҡосағыма ал алмайым башҡанан көнләһәм дә.
Кешеләрҙең ғүмере һымаҡ
Мөхәббәт - изге табыш.
Юғалтыуҙар бөйөк яң(ы)лыш.
Яң(ы)лыштар - һары һағыш.
Ҡосағыма ал алмайым башҡанан көнләһәм дә,
Ҡосағыма ал алмайым башҡанан көнләһәм дә.