Аҡ ҡайын

Етегән

Начинаем
Күңелдәргә һөйөү килгәс,
Йәшәрһең тип яҙҙар һайын,
0:00
0:00

Засечки — начала куплетов. Стрелки ← → прыгают по ним, а не по секундам.

Текст песни «Аҡ ҡайын» — Етегән

Күңелдәргә һөйөү килгәс, Йәшәрһең тип яҙҙар һайын, Бергә йөр(ө)гән тау битенә Ултырттыҡ беҙ зифа ҡайын. Килде ҡыштар елдәр алып, Ә мин янып һөйә инем. Ошо ҡайын төбөндә һин: «Мин башҡаны һөйәм», – тинең. Аҡ ҡайын, һин йәшә, ҡарама һин беҙгә. Йөрәгең саф һинең. Бирешмә һин көҙгә! Аҡ ҡайын, йәш ҡайын, һин үлмә, йәшә һин. Һинең саф һөйөүең һәр яҙҙар йәшәрһен. - Һөйәм, - тинең һин, башҡаны, Шаулап ҡуйҙы зифа ҡайын. Иҫәнме тип, һин яңғыҙың, Киләм уға һәр көн һайын. Күрҙем бөгөн: япраҡтарың Ҡойолалар беҙҙең өҫкә. Ниңә әле һин һарғаяң? Иртә әле һалҡын көҙгә. Аҡ ҡайын, һин йәшә, ҡарама һин беҙгә. Йөрәгең саф һинең. Бирешмә һин көҙгә! Аҡ ҡайын, йәш ҡайын, һин үлмә, йәшә һин. Һинең саф һөйөүең һәр яҙҙар йәшәрһен. Үлә ҡайын, үлә зифа ҡайын, Рәнйеп китә инде беҙгә. Онотма, тип, һөйөүеңде, Ҡарай кеүек минең күҙгә. Килер яҙҙар тау битенә, Биҙәлер ул һәр яҙ һайын. Тик һин генә йәшәрмәҫһең, Кисер беҙҙе, кисер, ҡайын. Аҡ ҡайын, йәш ҡайын, ник беҙҙән китәһең? Ник мине ғүмергә, һин яңғыҙ итәһең? Аҡ ҡайын, рәнйемә, кисер һин, ҡайыным, Беҙ һөйә белмәнек, беҙ бөгөн айырым.