Батырым

Илбәкова Зөлхизә

Начинаем
Аҡ биттәге серле юлдарҙан,
Хыялымдан һәм уйҙарымдан
0:00
0:00

Засечки — начала куплетов. Стрелки ← → прыгают по ним, а не по секундам.

Текст песни «Батырым» — Зөлхизә Илбәкова

Аҡ биттәге серле юлдарҙан, Хыялымдан һәм уйҙарымдан Мин һине таптым, һине яраттым, Тылсымлы әкиәт батыры. Ҡайҙа минең батырым? Һине эҙләп арыным. Һине эҙләп тапһын ошо йыр! Әкиәт донъяһынан Күңелһеҙ тормошома Аҡ толпарҙа елеп кил, батыр. Әкиәт донъяһынан Күңелһеҙ тормошома Аҡ толпарҙа елеп кил, батыр. Ышанмайым тылсымға күптән, Тик һаман да мөғжизә көтәм. Ул мине табыр, мине яратыр - Әкиәттәге ҡыйыу батыр. Ҡайҙа минең батырым? Һине эҙләп арыным. Һине эҙләп тапһын ошо йыр! Әкиәт донъяһынан Күңелһеҙ тормошома Аҡ толпарҙа елеп кил, батыр. Әкиәт донъяһынан Күңелһеҙ тормошома Аҡ толпарҙа елеп кил, батыр. Икәүләп аттарҙа елербеҙ, Мөхәббәт тауына менербеҙ. Тик вакыт үтә, мин һаман көтәм, Ҡасан килерһең әкиәттән? Ҡайҙа минең батырым? Һине эҙләп арыным. Һине эҙләп тапһын ошо йыр! Әкиәт донъяһынан Күңелһеҙ тормошома Аҡ толпарҙа елеп кил, батыр. Әкиәт донъяһынан Күңелһеҙ тормошома Аҡ толпарҙа елеп кил, батыр, Аҡ толпарҙа елеп кил, батыр!..