Яҙмыштарҙан уҙмыштар
9
Начинаем
Йөрәктәр ҡушылды, ә юлдар айырылды
Уртаға ярылды тормоштар
0:000:00
Засечки — начала куплетов. Стрелки ← → прыгают по ним, а не по секундам.
Текст песни «Яҙмыштарҙан уҙмыштар» — Ирек Ноғоманов
Йөрәктәр ҡушылды, ә юлдар айырылды
Уртаға ярылды тормоштар
Яртышар-яртышар ҡалдыҡ беҙ, нишләргә
Яҙмыштан булмаһа уҙмыштар
Яртышар-яртышар ҡалдыҡ беҙ, нишләргә
Яҙмыштан булмаһа уҙмыштар
Һөйгәнем - яттарҙа. Моңһоу таң атҡанда
Өҙөлә йәңдәрем , өҙөлә
Хәсрәтем юғала, шатлығым югала
Бер генә ҡараһам йөҙөңә
Хәсрәтем юғала, шатлығым югала
Бер генә ҡараһам йөҙөңә
Дөм ҡара төндәрҙә, йондоҙҙар Һүнгәндә
Йөрәкте саҡмалай сағырмын
Менермен үрҙәргә, төшөрмөн гүрҙәргә
Яҙмыштан уҙмыштар табырмын.
Менермен үрҙәргә, төшөрмөн гүрҙәргә
Яҙмыштан уҙмыштар табырмын.