Алып кит
♪
Начинаем
Ҡояш йөҙөн йәшергән болоттар аҫтында
Беҙ икебеҙ генә был матур донъяла
0:000:00
Засечки — начала куплетов. Стрелки ← → прыгают по ним, а не по секундам.
Текст песни «Алып кит» — IRDAN
Ҡояш йөҙөн йәшергән болоттар аҫтында
Беҙ икебеҙ генә был матур донъяла
Һин бейе — ә мин һиңә ҡарайым
Йырҙың ритмы беҙҙе алып китһен алыҫтарға
Ҡулыңдан тотам— әрнеүҙәр бөтһөн
Бергәләп табабыҙ беҙ яңы юлдарҙы
Алып кит мине йыраҡтарға
Ҡайҙа беҙҙе беркем дә табалмаҫ
Алып кит мине шунда
Ҡайҙа матурлыҡ берҙә таралмаҫ
Ҡом өҫтөндә эҙҙәребеҙ — дауамлы тарих
Һәр беребеҙ өсөн был мәл — иң яҡты мәл
Алыҫтарға саҡыра беҙҙе көмөш төн
Беҙ икебеҙ оҡшаш бит бер бөтөн
Ҡулыңдан тотам— әрнеүҙәр бөтһөн
Бергәләп табабыҙ беҙ яңы юлдарҙы
Алып кит мине йыраҡтарға
Ҡайҙа беҙҙе беркем дә табалмаҫ
Алып кит мине шунда
Ҡайҙа матурлыҡ берҙә таралмаҫ
Алып кит мине йыраҡтарға
Алып кит мине йыраҡтарға
Алып кит мине йыраҡтарға
Ҡайҙа беҙҙе беркем дә табалмаҫ
Алып кит мине шунда
Ҡайҙа матурлыҡ берҙә таралмаҫ