Кыуанам

RNT

Начинаем
2
Нисек йәшәргә беҙҙе бер кем дә өйрәтмәй
Ҡайҙа атларға беҙгә бер кем дә күрһәтмәй
Беҙҙең тормошто башҡалар һис тә үҙгәртмәй
Тик беҙ белгәнде хәтерҙән башҡалар иҫләтмәй
0:00
0:00

Засечки — начала куплетов. Стрелки ← → прыгают по ним, а не по секундам.

Текст песни «Кыуанам» — RNT

Нисек йәшәргә беҙҙе бер кем дә өйрәтмәй Ҡайҙа атларға беҙгә бер кем дә күрһәтмәй Беҙҙең тормошто башҡалар һис тә үҙгәртмәй Тик беҙ белгәнде хәтерҙән башҡалар иҫләтмәй Теләгән ереңде күрмәүең - һинең ғәйеп Ышанма тормошҡа үткәнгә биреп хәйер Үҙеңдән башҡалар бирмәҫтәр һиңә яуап Ни өсөн ятаһың бер үк һауаға ҡарап? Ҡыуанам! Был донъяға! Нимәнән, миңә ҡурҡырға!? Алдымда, бөтә донъя! Йүгерәм, уны тоторға! Ҡыуанам! Был донъяға! Нимәнән, миңә ҡурҡырға!? Алдымда, бөтә донъя! Йүгерәм, уны тоторға! Бер кем дә этмәҫ артыңдан һине үргә Тик һинең теләк кәрәк барын күрергә Тормош ҡалыпһыҙ - ә һин янгыҙ уйынсы Йүгер бейек иң текә ҡаяны алғансы! Һинең аҙымды бер кем дә ятып үлсәмәй Яҙа баҫҡанһың тип бер кем дә һине әрләмәй Һин генә хөкөмсө үҙеңдең тормошоңда Үҙ ҡәләмең менән яҙ яҙмышыңды Ҡыуанам! Был донъяға! Нимәнән, миңә ҡурҡырға!? Алдымда, бөтә донъя! Йүгерәм, уны тоторға! Ҡыуанам! Был донъяға! Нимәнән, миңә ҡурҡырға!? Алдымда, бөтә донъя! Йүгерәм, уны тоторға! Йүгерәм, уны тоторға!