Һылыу ҡыҙ
♪
Начинаем
Әле генә йәш ҡыҙ бала
Ҡурсаҡ тотоп уйнай инең
0:000:00
Засечки — начала куплетов. Стрелки ← → прыгают по ним, а не по секундам.
Текст песни «Һылыу ҡыҙ» — Етегән
Әле генә йәш ҡыҙ бала
Ҡурсаҡ тотоп уйнай инең
Йылдар үткәнен һиҙмәнем
Һылыу ҡыҙ булып үҫкәнһең
Йөрәккәйем түҙмәй ниңә
Әллә ғашиҡ булдым һиңә
Һинең матур йылмайыуың
Көндә төштәремә инә
Эх, һин һылыу ҡыҙ
Йылмайып ҡара миңә
Һөйөүемде бүләк итәм
Һылыуым булыңмы әллә
Эх, һин һылыу ҡыҙ
Йылмайып ҡара миңә
Һөйөүемде бүләк итәм
Һылыуым булыңмы әллә
Әсир итеп мөхәббәтте
Бикләп киттең ситлегенә
Йылмайып ҡараһың миңә
Ғашиҡ итеп һин үҙеңә
Йылмайып ҡына ҡарайһың
Әллә инде шаяртаһың
Әллә мине һөйөп һин дә
Көндән көн сәскә атаһың
Эх, һин һылыу ҡыҙ
Йылмайып ҡара миңә
Һөйөүемде бүләк итәм
Һылыуым булыңмы әллә
Эх, һин һылыу ҡыҙ
Йылмайып ҡара миңә
Һөйөүемде бүләк итәм
Һылыуым булыңмы әллә
Көндәрен дә килермен
Төндәрен дә килермен
Килермен дә тәҙәрәңә
Ипләп кенә сиртермен
Яҡты айлы төндәрҙә
Икәүләп кенә бергә
Таңға тиклем йөрөрбеҙ
Кисте тағы көтөрбеҙ
Эх, һин һылыу ҡыҙ
Йылмайып ҡара миңә
Һөйөүемде бүләк итәм
Һылыуым булыңмы әллә
Эх, һин һылыу ҡыҙ
Йылмайып ҡара миңә
Һөйөүемде бүләк итәм
Һылыуым булыңмы әллә
Эх, һин һылыу ҡыҙ
Йылмайып ҡара миңә
Һөйөүемде бүләк итәм
Һылыуым булыңмы әллә
Эх, һин һылыу ҡыҙ
Йылмайып ҡара миңә
Һөйөүемде бүләк итәм
Һылыуым булыңмы әллә