Өфө йүкәләре

Етегән

♪
Начинаем
Йәшлек урамдары
Тулы хыялдары,
0:00
0:00

Засечки — начала куплетов. Стрелки ← → прыгают по ним, а не по секундам.

Текст песни «Өфө йүкәләре» — Етегән

Йәшлек урамдары Тулы хыялдары, Беҙ шатлыҡҡа туймаҫ иҫәрҙәр. Өфө йүкәләре Беҙҙең хаҡта ла әле Япраҡ яра-яра һөйләрҙәр. Өфө йүкәләре Беҙҙең хаҡта ла әле Япраҡ яра-яра һөйләрҙәр. Беҙҙең менгән аттар - Йылдар-арғымаҡтар, Көмөш теҙген, алтын йүгәндәр. Өфө йүкәләре Онотмаҫтар әле, Сәскә ата-ата һөйләрҙәр. Өфө йүкәләре Онотмаҫтар әле, Сәскә ата-ата һөйләрҙәр. Ғүмер ике килмәй, Уттар ике һүнмәй. Беҙ - мең янып, тик бер һүнгәндәр. Өфө йүкәләре Беҙҙең хаҡта ла әле Япраҡ ҡоя-ҡоя һөйләрҙәр. Өфө йүкәләре Беҙҙең хаҡта ла әле Япраҡ ҡоя-ҡоя һөйләрҙәр. Япраҡ ҡоя-ҡоя һөйләрҙәр.