Өфө йүкәләре

Абдульманов Ғ.

Начинаем
Йәшлек урамдары, тулы хыялдары
Беҙ — шатлыҡҡа туймаҫ иҫәрҙәр
0:00
0:00

Засечки — начала куплетов. Стрелки ← → прыгают по ним, а не по секундам.

Текст песни «Өфө йүкәләре» — Ғ. Абдульманов

Йәшлек урамдары, тулы хыялдары Беҙ — шатлыҡҡа туймаҫ иҫәрҙәр Өфө йүкәләре беҙҙең хаҡта әле Япраҡ яра-яра һөйләрҙәр. Өфө йүкәләре беҙҙең хаҡта әле Япраҡ яра-яра һөйләрҙәр. Беҙҙең менгән аттар, йылдар, арғымаҡтар, Көмөш теҙген, алтын йүгәндәр Өфө йүкәләре беҙҙең хаҡта әле Сәскә ата-ата һөйләрҙәр. Өфө йүкәләре беҙҙең хаҡта әле Сәскә ата-ата һөйләрҙәр. Ғүмер ике килмәй, уттар ике һүнмәй Беҙ - мең янып тик бер һүнгәндәр Өфө йүкәләре онотмаҫтар әле Япраҡ ҡоя-ҡоя һөйләрҙәр. Өфө йүкәләре онотмаҫтар әле Япраҡ ҡоя-ҡоя һөйләрҙәр.