Ауылымдың һағындыра таңдары
Начинаем
5Юлдарым ята тағы тыуған яҡтарыма
Йылғалай ята ағып бейек тауҙарынан
Ишкәндәй булам үҙем йөҙгәндәй кәмәлә
Нимәнелер ҡыуып етер кеүек хәлдә
0:000:00
Засечки — начала куплетов. Стрелки ← → прыгают по ним, а не по секундам.
Текст песни «Ауылымдың һағындыра таңдары» — Ilgizmo
Юлдарым ята тағы тыуған яҡтарыма
Йылғалай ята ағып бейек тауҙарынан
Ишкәндәй булам үҙем йөҙгәндәй кәмәлә
Нимәнелер ҡыуып етер кеүек хәлдә
Йылғалай аға йылдар бармаҡ аша ҡомдай
Ҡом сәғәтендәй әйләндереп ҡуйып булмай
Йәшлектең тәмен белер кәрәк йәш сағыңда
Ниһәйәт ҡайтам тыуған яғыма
Ауылымдың һағындыра таңдары
Оҙатҡан һылыу ҡапҡаһы яндары
Төн үткәнде һиҙмәй ҡосағында батып
Ҡыуылам әсәһенән әрләнеп
Хәтерҙә ҡалған хәҙер бары иҫтәлектәр
Күпмелер ҡалған әле ваҡыт көндәлектә
Йәшәргә яҙһын, Хоҙай, бир аң һәм түҙемлек
Һәр миҙгелдең матурлығын күреп
Ауылымдың һағындыра таңдары
Оҙатҡан һылыу ҡапҡаһы яндары
Төн үткәнде һиҙмәй ҡосағында батып
Ҡыуылам әсәһенән әрләнеп
Хәҙер ул ҡыҙҙың үҙенең бар балалары
Тартманы үҙен бер ҙә сит ил-ҡалалары
үҙе кесерткән тотоп эшсән ҡулдарына
Малайҙарҙы ҡыуа ҡыҙынан
Ауылымдың һағындыра таңдары
Оҙатҡан һылыу ҡапҡаһы яндары
Төн үткәнде һиҙмәй ҡосағында батып
Ҡыуылам әсәһенән әрләнеп
Ауылымдың һағындыра таңдары
Оҙатҡан һылыу ҡапҡаһы яндары
Төн үткәнде һиҙмәй ирендәрен татып
Ҡыуылам әсәһенән әрләнеп