Сайҡалалар кәмәләр

Рәсүл Ҡарабулатов

Начинаем
Бар тәбиғәт серләшә айлы төндә,
Йугереп уйнай тулҡындар
0:00
0:00

Засечки — начала куплетов. Стрелки ← → прыгают по ним, а не по секундам.

Текст песни «Сайҡалалар кәмәләр» — Ҡарабулатов Рәсүл

Бар тәбиғәт серләшә айлы төндә, Йугереп уйнай тулҡындар Дим өҫтөндә. Аҡсарлаҡҡа оҡшап, яр ситендә Сайҡалалар кәмәләр. Аҡсарлаҡҡа оҡшап, яр ситендә Сайҡалалар кәмәләр. Көр тауышым яңғрата матур йырҙар, Танға ҡалып тыңлай, ай, тын туғайҙар. Башҡа килде ҡайнар, дәртле уйҙар Сайҡалғанда кәмәләр. Башҡа килде ҡайнар, дәртле уйҙар Сайҡалғанда кәмәләр. Елдәр иҫте, һыу өҫтөн һырландырып, Иркәм сәсен тулҡындай тирбәлдереп. Һоҡландылар, ахры, беҙҙе ҡуреп, Сайҡалдылар кәмәләр. Һоҡландылар, ахры, беҙҙе ҡуреп, Сайҡалдылар кәмәләр. Бар тәбиғәт серләшә айлы төндә, Йугереп уйнай тулҡындар Дим өҫтөндә. Аҡсарлаҡҡа оҡшап, яр ситендә Сайҡалалар кәмәләр. Аҡсарлаҡҡа оҡшап, яр ситендә Сайҡалалар кәмәләр.