Һиңә килдем, иркәм

Туйсин Радмир

♪
Начинаем
Һиңә килдем, иркәм,
Үткән юлдарымдың
0:00
0:00

Засечки — начала куплетов. Стрелки ← → прыгают по ним, а не по секундам.

Текст песни «Һиңә килдем, иркәм» — Радмир Туйсин

Һиңә килдем, иркәм, Үткән юлдарымдың Һанай-һанай алыҫ саҡрымдарын. Килдем, тормошомда Кисеп яҙмышымдың Шатлыҡтарын, һағыш ялҡындарын. Килдем, тормошомда Кисеп яҙмышымдың Шатлыҡтарын, һағыш ялҡындарын. Һиңә килдем, иркәм, Килдем йылдар буйы, Һанай-һанай үткән көндәремде. Баҫа алмайынса Ярһып яныуҙарын Әрнеп өҙгөләнгән йөрәгемдең. Баҫа алмайынса Ярһып яныуҙарын Әрнеп өҙгөләнгән йөрәгемдең. Һиңә килдем, иркәм, Бик һағынып килдем, Шаулап-гөрләп йәмле яҙҙар еткәс. Алыҫтарҙан яҙған Сәләм хаттарыңды Көтә-көтә түҙемлегем бөткәс. Алыҫтарҙан яҙған Сәләм хаттарыңды Көтә-көтә түҙемлегем бөткәс. Алыҫтарҙан яҙған Сәләм хаттарыңды Көтә-көтә түҙемлегем бөткәс. Алыҫтарҙан яҙған Сәләм хаттарыңды Көтә-көтә түҙемлегем бөткәс. Көтә-көтә түҙемлегем бөткәс. Көтә-көтә түҙемлегем бөткәс.