Интернатым — пар ҡанатым
♪
Начинаем
Интернатым - пар ҡанатым,
Ҙур бәхеткә күтәрҙең.
0:000:00
Засечки — начала куплетов. Стрелки ← → прыгают по ним, а не по секундам.
Текст песни «Интернатым — пар ҡанатым» — БРГИ
Интернатым - пар ҡанатым,
Ҙур бәхеткә күтәрҙең.
Һиндә ауырлыҡ күрмәйенсә
Шат көндәрҙе үткәрҙем.
Һиндә ауырлыҡ күрмәйенсә
Шат көндәрҙе үткәрҙем.
Атай ҙа булдың һин беҙгә,
Наҙлы ҡуллы әсәй ҙә.
Ҡыҫып һөйҙөң, белем бирҙең
Кеше булып йәшәргә.
Ҡыҫып һөйҙөң, белем бирҙең
Кеше булып йәшәргә.
Хушлашырға ваҡыт етте,
Китербеҙ төрлө ергә,
Һиндә үткән матур көндәр
Онотолмаҫ ғүмергә.
Һиндә үткән матур көндәр
Онотолмаҫ ғүмергә.
Интернатым - пар ҡанатым,
Оло хөрмәт һиңә, дан,
Һинән оло юлға сыҡҡан
Ҡыҙҙарҙан, улдарыңдан.
Һинән оло юлға сыҡҡан
Ҡыҙҙарҙан, улдарыңдан.
Ҡыҙҙарҙан, улдарыңдан.