Биргәнһең һин миңә

Уметбаева Р.

♪
Начинаем
Биргәнһең һин миңә ал нурын таңдарҙың,
Йыйғанһың һин миңә бар гөлөн даланың.
0:00
0:00

Засечки — начала куплетов. Стрелки ← → прыгают по ним, а не по секундам.

Текст песни «Биргәнһең һин миңә» — Р. Уметбаева

Биргәнһең һин миңә ал нурын таңдарҙың, Йыйғанһың һин миңә бар гөлөн даланың. Биргәнһең ҡанаттар талпыныр сағымда, Балалыҡ рәхмәтем йырымда сағыла. Ҡәҙерләп үҫтергән мин һинең емешең. Ҡуйының — гөлбаҡса, наҙлы ел һулышың. Инде буй етһәм дә, мин һиңә сабыймын. Күңелең наҙҙарын күҙеңдән таныймын. Быларға барыбер ни генә бирәйем, Берҙән бер бүләгем — тоғро йөрәгем. Итә күр ҡәнәғәт, риза бул ошоға, Үҙеңә аталған йырыңды ҡушып ал. Ҡәҙерләп үҫтергән мин һинең емешең. Ҡуйының — гөлбаҡса, наҙлы ел һулышың. Инде буй етһәм дә, мин һиңә сабыймын. Күңелең наҙҙарын күҙеңдән таныймын. Бурыслы һиңә мин, әсәйем-алтыным, Һиңә тип эҙләнем донъяның аҫылын. Ай менән Ҡояшты бирергә уйланым, Үрелеп алырға етмәне буйғынам. Ҡәҙерләп үҫтергән мин һинең емешең. Ҡуйының — гөлбаҡса, наҙлы ел һулышың. Инде буй етһәм дә, мин һиңә сабыймын. Күңелең наҙҙарын күҙеңдән таныймын. Күңелең наҙҙарын күҙеңдән таныймын.