Бер йән инек
♪
Начинаем
Бер йән инек, бергә көлгән инек,
Хәҙер инде бына беҙ - ике...
0:000:00
Засечки — начала куплетов. Стрелки ← → прыгают по ним, а не по секундам.
Текст песни «Бер йән инек» — Аҡйондоҙ
Бер йән инек, бергә көлгән инек,
Хәҙер инде бына беҙ - ике...
Беҙ икебеҙ инде - ике яҙмыш,
Тик үткәндәр, бел һин, минеке!
Минеке - был уйҙар, ай-йондоҙҙар,
Минеке - был моңһоу тоноҡ һыу,
Минеке - был таныш яҡты һағыш,
Минеке - был ярһыу, болоҡһоу...
Фәниә,
Фәниә...
Үкенмәйем һине осратҡанға,
Булмағандан яҡшы - булғаны:
Һин минеке булып тыумаһаң да,
Һин минеке иттең донъяны!
Фәниә,
Фәниә...
Фәниә,
Фәниә...
Бер йән инек, бергә көлгән инек,
Хәҙер инде бына беҙ - ике...
Беҙ икебеҙ инде - ике яҙмыш,
Тик үткәндәр, бел һин, минеке!
Фәниә,
Фәниә...
Фәниә,
Фәниә...