Сыбай ҡашҡа

Башҡорт халыҡ йырҙары

Начинаем
Сыбай ҡашҡа, баҫма ла ташҡа,
Юлһыҙ ғына ерҙән дә үткәндә.
0:00
0:00

Засечки — начала куплетов. Стрелки ← → прыгают по ним, а не по секундам.

Текст песни «Сыбай ҡашҡа» — Башҡорт халыҡ йырҙары

Сыбай ҡашҡа, баҫма ла ташҡа, Юлһыҙ ғына ерҙән дә үткәндә. Юлһыҙ ғына ерҙән дә үткәндә. Был донъяла ауыр яңғыҙ башҡа, Дуҫ-иш кәрәк донъя ла көткәндә. Дуҫ-иш кәрәк донъя ла көткәндә. Сыбай ҡашҡа ҡырас ялын Тауҙан ғына өргән дә ел тарай. Тауҙан ғына өргән дә ел тарай. Йыраҡтарға киткән Сыбай ҡашҡа Башҡынайын бороп та бер ҡарай. Башҡынайын бороп та бер ҡарай. Башҡынайын бороп та бер ҡарай.