Әллә ысынлап та
♪
Начинаем
Мин килдем осрашырға,
Ә һин ник килдең тийһең.
0:000:00
Засечки — начала куплетов. Стрелки ← → прыгают по ним, а не по секундам.
Текст песни «Әллә ысынлап та»
Мин килдем осрашырға,
Ә һин ник килдең тийһең.
Төн йоҡоңдо йоҡламайса
Ник килеп йөрөйһөң тейһең.
Белһәң ине уйҙарымды,
Төн йоҡомдоң ҡалғандарын.
Әллә ысынлап та,
Әллә ысынлап та,
Һөйөү килдеме?
Белһәң ине уйҙарымды,
Төн йоҡомдоң ҡалғандарын.
Әллә ысынлап та,
Әллә ысынлап та,
Һөйөү килдеме?
Киске төндә урамда,
Йондоҙҙар ҙа янғанда.
Мин бәхетле һинең менән
Икәү бергә булғанда.
Алалмайым күҙемде һинән,
Көнләшәмен иртәнге елдән.
Теләйем иркәм, сәстәреңдән
Наҙлап тарарға.
Алалмайым күҙемде һинән,
Көнләшәмен иртәнге елдән.
Теләйем иркәм, сәстәреңдән
Наҙлап тарарға.
Кисә төндә уйындан һуң
Һин киттең берәү менән.
Ә мин ҡалдым юл фатында
Тулған күҙ йәшем менән.
Белһәң ине уйҙарымды,
Төн йоҡомдоң ҡалғандарын.
Әллә ысынлап та,
Әллә ысынлап та,
Һөйөү килдеме?
Белһәң ине уйҙарымды,
Төн йоҡомдоң ҡалғандарын.
Әллә ысынлап та,
Әллә ысынлап та,
Һөйөү килдеме?
Әллә ысынлап та,
Әллә ысынлап та,
Һөйөү килдеме?
Әллә ысынлап та,
Әллә ысынлап та,
Һөйөү килдеме?