Хәл белергә ҡайт туған

Бирдегулова Зульфия

Начинаем
Ишек-ҡапҡаң ҡайһы яҡҡа,
Асыла, туғанҡайым?
0:00
0:00

Засечки — начала куплетов. Стрелки ← → прыгают по ним, а не по секундам.

Текст песни «Хәл белергә ҡайт туған» — Зульфия Бирдегулова

Ишек-ҡапҡаң ҡайһы яҡҡа, Асыла, туғанҡайым? Хәлдәремде белгәнең юҡ, Төшмәйме юл(ы)ҡайың? Бер әсәнән тыуғанбыҙ бит, Онотма шуны, туған. Туғандарҙың хәлен белеү, Борон- борондан булған. Бер әсәнән тыуғанбыҙ бит, Онотма шуны, туған. Туғандарҙың хәлен белеү, Борон- борондан булған. Аралар алыҫ, тип, торма, Ҡайтып күр илде, туған. Ғүмер уҙа, кеше туҙа, Үкенерһең һуңынан. Бер әсәнән тыуғанбыҙ бит, Онотма шуны, туған. Туғандарҙың араһына Төшөрмәйек һис туҙан. Нәҫел бөтһә үҙемә ҡайт. Күрше торһаң, һин, туған. Туғандарҙың араһына Төшөрмәйек һис туҙан. Бер әсәнән тыуғанбыҙ бит, Онотма шуны, туған. Туғандарҙың хәлен белеү, Борон- борондан булған. Бер әсәнән тыуғанбыҙ бит, Онотма шуны, туған. Туғандарҙың хәлен белеү, Борон- борондан булған. Туғандарҙың хәлен белеү, Борон- борондан булған. Тыуған илгә ҡайт туған.