Ҡайтам инде

Начинаем
Яман һыулап болондарҙы буйлама,
Онотҡандыр инде тиеп уйлама.
0:00
0:00

Засечки — начала куплетов. Стрелки ← → прыгают по ним, а не по секундам.

Текст песни «Ҡайтам инде»

Яман һыулап болондарҙы буйлама, Онотҡандыр инде тиеп уйлама. Нисек итеп онотайым йәрәмде, Ҡара ҡашлы, наҙлы йәнәмде?! Нисек итеп онотайым йәрәмде, Ҡара ҡашлы, наҙлы йәнәмде?! Нисек итеп онотайым тыуған ауылымды, Унда уҙған алтын бала сағымды?! Һағындырҙы Һаҡмарымдың ҡамышы, Сылтырап аҡҡан шишмә тауышы. Һағындырҙы Һаҡмарымдың ҡамышы, Сылтырап аҡҡан шишмә тауышы. Һағындырҙы һыҙылып таңдар атыуы, Әсәйемдең иркәләп уятыуы. Ҡайтам инде тыуып-үҫкән яғыма, Ҡырҙарыма, туғайҙарыма. Ҡайтам инде тыуып-үҫкән яғыма, Ҡырҙарыма, туғайҙарыма. Ҡырҙарыма, туғайҙарыма. Ҡырҙарыма, туғайҙарыма.