Үҙең бүләк

Сынтимер Баязитов

Начинаем
Ниңә икән һинең исемеңде
Ҡушам һаман моңло йырҙарға?
0:00
0:00

Засечки — начала куплетов. Стрелки ← → прыгают по ним, а не по секундам.

Текст песни «Үҙең бүләк» — Баязитов Сынтимер

Ниңә икән һинең исемеңде Ҡушам һаман моңло йырҙарға? Мөхәббәтем, бәхеткәйем минең Ҡушып ағыр микән ярҙарға? Мөхәббәтем, бәхеткәйем минең Тулып ағыр микән ярҙарға? Әгәр һөйһәң, яҙҙар булып һөйһәң, Йөрәгемдә һағыш һүрелер. Яҙғы ҡояш көткән мөхәббәтем Гөлдәр булып нурға үрелер. Яҙғы ҡояш көткән мөхәббәтем Гөлдәр булып нурға үрелер. Йәшлегемде һиңә бүләк иттем, Ғүмер наҙым булһаң, һуңлама. Үҙең бүләк, үҙең генә бүләк, Миңә башҡа бүләк һайлама. Үҙең бүләк, үҙең генә бүләк, Миңә башҡа бүләк һайлама. Үҙең бүләк, үҙең генә бүләк, Миңә башҡа бүләк һайлама. Үҙең бүләк, үҙең генә бүләк, Миңә башҡа бүләк һайлама. Миңә башҡа бүләк һайлама.