Сәскәләр уяныр

Такалов Ринат

Начинаем
Яҙ көндәренә оло йәм өҫтәп,
Аҡҡоштар ҡайтты һин киткән яҡтан.
0:00
0:00

Засечки — начала куплетов. Стрелки ← → прыгают по ним, а не по секундам.

Текст песни «Сәскәләр уяныр» — Ринат Такалов

Яҙ көндәренә оло йәм өҫтәп, Аҡҡоштар ҡайтты һин киткән яҡтан. Сәләмдәреңде улар әйтмәйҙәр Миңә йыраҡтан, миңә йыраҡтан. Сәләмдәреңде улар әйтмәйҙәр Миңә йыраҡтан, миңә йыраҡтан. Һиңә тип атап сәскәләр йыйҙым, Йыйған сәскәләр шиңделәр инде. Ҡайтыр әле тип көткән өмөттәр Һүнделәр инде, һүнделәр инде. Ҡайтыр әле тип көткән өмөттәр Һүнделәр инде, һүнделәр инде. Шиңгән сәскәләр ҡабат терелер Ҡайтыу хәбәре һинән килгәс тә. Һүнгән өмөттәр балҡыр яңынан Һине күргәс тә, һине күргәс тә. Һүнгән өмөттәр балҡыр яңынан Һине күргәс тә, һине күргәс тә. Һине күргәс тә, һине күргәс тә.