Үҙ яғыма ҡайтһам
♪
Начинаем
Үҙ яғыма ҡайтһам -ергә ятып
Тыңлар инем үлән үҫкәнен.
0:000:00
Засечки — начала куплетов. Стрелки ← → прыгают по ним, а не по секундам.
Текст песни «Үҙ яғыма ҡайтһам» — Сагидулла Байегет
Үҙ яғыма ҡайтһам -ергә ятып
Тыңлар инем үлән үҫкәнен.
Тыңлар инем салғы тауыштарын,
Киске йылы елдәр иҫкәнен.
Тыңлар инем салғы тауыштарын,
Киске йылы елдәр иҫкәнен.
Үҙ яғыма ҡайтһам -ергә ятып
Эсәр инем шишмә һыуҙарын.
Тыңлар инем ҡыҙҙар йырлағанын,
Егеттәрҙең ҡурай моңдарын.
Тыңлар инем ҡыҙҙар йырлағанын,
Егеттәрҙең ҡурай моңдарын.
Үҙ яғыма ҡайтһам - ялан аяҡ
Эҙләр инем тәүге юлымды,
Инеш буйындағы бәпкәләрҙе,
Ғашиҡ булған тәүге ҡыҙымды.
Инеш буйындағы бәпкәләрҙе,
Ғашиҡ булған тәүге йырымды.
Үҙ яғыма ҡайтһам -ергә ятам
Тыңлар инем.