Миҙгелдәр
♪
Начинаем
Миҙгелдәрҙе һағынып көтәбеҙ,
Ә ғүмерзҙәр һиҙелмәй үтә.
0:000:00
Засечки — начала куплетов. Стрелки ← → прыгают по ним, а не по секундам.
Текст песни «Миҙгелдәр» — Ғәлиева Ләйлә
Миҙгелдәрҙе һағынып көтәбеҙ,
Ә ғүмерзҙәр һиҙелмәй үтә.
Йөрәктәрҙе әрнетеп өтөп
Кемдәрҙер мәңгелеккә китә.
Яҡты доньяларға бер тыуғас,
Йәшәргә ине туйғансы.
Яҡты доньяларҙан кем туйған?
Йәшәт Хоҙай йөҙҙәр тулғансы!
Тәҡдирҙәр яҙылған маңлайға
Урап үтеп булмай яҙмышты.
Бәхет өсөн ергә тыуганбыҙ
Гөлгә күмер өсөн тормошто.
Яҡты доньяларға бер тыуғас,
Йәшәргә ине туйғансы.
Яҡты доньяларҙан кем туйған?
Йәшәт Хоҙай йөҙҙәр тулғансы!
Барыр юлыбыҙ яҡты булһын,
Бөтмәһен дoнья мәшәҡәте.
Иҫән-һау булғанда тыуғандар -
Йәшәүзҙәрҙең шунда рәхәте.
Яҡты доньяларға бер тыуғас,
Йәшәргә ине туйғансы.
Яҡты доньяларҙан кем туйған?
Йәшәт Хоҙай йөҙҙәр тулғансы!
Яҡты доньяларға бер тыуғас,
Йәшәргә ине туйғансы.
Яҡты доньяларҙан кем туйған?
Йәшәт Хоҙай йөҙҙәр тулғансы!
Яҡты доньяларҙан кем туйған?
Йәшәт Хоҙай йөҙҙәр тулғансы!