Эй, Хоҙай, иҫәнлек бир

Зубаирова Кадрия, Хужин Айбулат

♪
Начинаем
Кешегә ғүмерҙәр бирелә
Мең түгел, бары тик бер генә.
0:00
0:00

Засечки — начала куплетов. Стрелки ← → прыгают по ним, а не по секундам.

Текст песни «Эй, Хоҙай, иҫәнлек бир» — Кадрия Зубаирова, Айбулат Хужин

Кешегә ғүмерҙәр бирелә Мең түгел, бары тик бер генә. Ҡулымдан төшөрмәм мин һине, Йәнкәйем, төшөрмәм мәңгегә. Мин һине ташламам мәңгегә-мәңгегә Шул әсе яҙмыштар ҡулына. Ташламам бер ҡасан, бер ҡайҙа, бер кемгә Эй, Хоҙай, иҫәнлек бир һин беҙгә! Ташламам бер ҡасан, бер ҡайҙа, бер кемгә Эй, Хоҙай, иҫәнлек бир һин беҙгә! Тиҙ үтә был тормош яҙҙары, Ә алда — һалҡыны, ҡарҙары. Мин һине өшөтмәм, бергенәм — Йәнкәйем, онотмам мин барын. Мин һине ташламам мәңгегә-мәңгегә Шул әсе яҙмыштар ҡулына. Ташламам бер ҡасан, бер ҡайҙа, бер кемгә Эй, Хоҙай, иҫәнлек бир һин беҙгә! Ташламам бер ҡасан, бер ҡайҙа, бер кемгә Эй, Хоҙай, иҫәнлек бир һин беҙгә! Беҙ икәү — бер бөтөн: һин дә мин, Шатлыҡ та, ҡайғы ла гел уртаҡ. Йөрәктәр мәңгегә бәйләнгән — Мөхәббәт — мәңгелек табышмаҡ. Мин һине ташламам мәңгегә-мәңгегә Шул әсе яҙмыштар ҡулына. Ташламам бер ҡасан, бер ҡайҙа, бер кемгә Эй, Хоҙай, иҫәнлек бир һин беҙгә! Ташламам бер ҡасан, бер ҡайҙа, бер кемгә Эй, Хоҙай, иҫәнлек бир һин беҙгә! Мин һине ташламам мәңгегә-мәңгегә Шул әсе яҙмыштар ҡулына. Ташламам бер ҡасан, бер ҡайҙа, бер кемгә Эй, Хоҙай, иҫәнлек бир һин беҙгә! Ташламам бер ҡасан, бер ҡайҙа, бер кемгә Эй, Хоҙай, иҫәнлек бир һин беҙгә!