Сайҡалалар кәмәләр
♪
Начинаем
Бар тәбиғәт серләшә айлы төндә,
Йүгереп уйнай тулҡындар Дим өҫтөндә.
0:000:00
Засечки — начала куплетов. Стрелки ← → прыгают по ним, а не по секундам.
Текст песни «Сайҡалалар кәмәләр» — Газиз Альмухаметов
Бар тәбиғәт серләшә айлы төндә,
Йүгереп уйнай тулҡындар Дим өҫтөндә.
Аҡсарлаҡҡа оҡшап, яр ситендә
Сайҡалалар кәмәләр.
Аҡсарлаҡҡа оҡшап, яр ситендә
Сайҡалалар кәмәләр.
Көр тауышым яңғратты матур йырҙар,
Танға ҡалып тыңлай, ай, тын туғайҙар.
Башҡа килде ҡайнар, дәртле уйҙар
Сайҡалғанда кәмәләр.
Башҡа килде ҡайнар, дәртле уйҙар
Сайҡалғанда кәмәләр.
Елдәр иҫте, һыу өҫтөн һырландырып,
Иркәм сәсен тулҡындай тирбәлдереп.
Һоҡландылар, ахры, беҙҙе күреп, -
Сайҡалдылар кәмәләр...
Һоҡландылар, ахры, беҙҙе күреп, -
Сайҡалдылар кәмәләр...
Бар тәбиғәт серләшә айлы төндә,
Йүгереп уйнай тулҡындар Дим өҫтөндә.
Аҡсарлаҡҡа оҡшап, яр ситендә
Сайҡалалар кәмәләр.
Аҡсарлаҡҡа оҡшап, яр ситендә
Сайҡалалар кәмәләр.