Бәхет бураны
♪
Начинаем
Елдәр муйылдарҙың сәсен тарай,
Аҡ сәскәләр ҡаплай һыу өҫтөн.
0:000:00
Засечки — начала куплетов. Стрелки ← → прыгают по ним, а не по секундам.
Текст песни «Бәхет бураны»
Елдәр муйылдарҙың сәсен тарай,
Аҡ сәскәләр ҡаплай һыу өҫтөн.
Ошо тымыҡ зәңгәр күл буйында
Бер ҡыҙ ҡаҙы эҙләй үҙ ишен.
Күл өҫтөндә сәскә бурандары
Өйөрөлөп ҡаплай һыу өҫтөн.
Яңғыҙ ҡошҡа буран араһынан
Килеп сығыр төҫлө үҙ ише.
Аҡ сәскәле зәңгәр күлде ярып
Аңлағандай ҡоштоң һағышын.
Тауыш бирҙе яңғыҙ йөҙгән бер ҡаҙ
Сәләмләүҙер ҡанат ҡағышы.
Муйыл сәскәһенән аҡ бурандар
Өйөрөлөп ҡаплай һыу өҫтөн.
Бәхет бураны был аҡ сәскәнән
Бер ҡыр ҡаҙы тапты үҙ ишен.
Зәнгәр күлдә парлы ҡаҙҙар йөҙә
Һыу сайҡала йыуып күл ярын.
Өйөрөлә сәскә бурандары
Яңғыҙ бер ҡош тапты үҙ парын.
Муйыл сәскәһенән аҡ бурандар
Өйөрөлөп ҡаплай һыу өҫтөн.
Бәхет бураны был аҡ сәскәнән
Бер ҡыр ҡаҙы тапты үҙ ишен.
Муйыл сәскәһенән аҡ бурандар
Өйөрөлөп ҡаплай һыу өҫтөн.
Бәхет бураны был аҡ сәскәнән
Бер ҡыр ҡаҙы тапты үҙ ишен.
Бәхет бураны был аҡ сәскәнән
Бер ҡыр ҡаҙы тапты үҙ ишен.
Бер ҡыр ҡаҙы тапты үҙ ишен.
Бер ҡыр ҡаҙы тапты үҙ ишен.