Әсәй бәлеше

Бибисара Азаматова

Начинаем
Алъяпҡысы биленә килешеп кенә тора,
Ҡыйыҡ бәйләп ап-аҡ яулығын,
0:00
0:00

Засечки — начала куплетов. Стрелки ← → прыгают по ним, а не по секундам.

Текст песни «Әсәй бәлеше» — Азаматова Бибисара

Алъяпҡысы биленә килешеп кенә тора, Ҡыйыҡ бәйләп ап-аҡ яулығын, Әсәй бәлеш һала, мейестән күмер тартып, Шундай уңған әсәйем бар минең. Бәлеш һалам йырлап, ҡапҡастарын һырлап, Әсәй бәлешендәй уңмай шул, Юҡ, улай уҡ тәмле булмай шул да, Әсәй кеүек булып булмай шул. Ҡайҙа ғына ҡунаҡ булып йөрөһәм дә Һый-хөрмәттәр күреп тулы өҫтәлдә, Әсәй бәлешенең тәме телдәремдә, Ниндәй йыраҡ-йыраҡтарға китһәм дә. Бәлеш һалам йырлап, ҡапҡастарын һырлап, Әсәй бәлешендәй уңмай шул, Юҡ, улай уҡ тәмле булмай шул да, Әсәй кеүек булып булмай шул. Әсәй бәлешенә йән йылыһын һалып, ҡуйылырыһын һалып бирәлер. Бәхет теләй-теләй һалған бәлештәре Беҙҙең һағыныуҙарҙы һиҙәлер. Бәлеш һалам йырлап, ҡапҡастарын һырлап, Әсәй бәлешендәй уңмай шул, Юҡ, улай уҡ тәмле булмай шул да, Әсәй кеүек булып булмай шул. Юҡ, улай уҡ тәмле булмай шул да, Әсәй кеүек булып булмай шул. Юҡ, улай уҡ тәмле булмай шул да, Әсәй кеүек булып булмай шул.