Йәшәйек гел бергә

Бикбаев Риф

Начинаем
Ҡояштың нурҙары аҫтында
Күңелдәр уйнай ул, уйнай ул.
0:00
0:00

Засечки — начала куплетов. Стрелки ← → прыгают по ним, а не по секундам.

Текст песни «Йәшәйек гел бергә» — Риф Бикбаев

Ҡояштың нурҙары аҫтында Күңелдәр уйнай ул, уйнай ул. Яратҡан кешеләр, һөйгәнең Уйламай булмай ул, булмай ул. Ҡояш та түңәрәк әйләнә Күңелдәр күңелгә бәйләнә Яратҡан йәрҙәрҙең ғүмере, ғүмере Мәңгегә бәйләнә, бәйләнә. Теләйҙер һәр кеше ғүмергә Бәхетте үҙенә, үҙенә Һөйөп һәм һөйөлөп йәшәргә Тик бергә мәңгегә, мәңгегә. Һәр көндө ал таңдар атҡанда Ҡайғынан ниңәлер уйлана Сәсебеҙ сәстәргә бәйләнгәс Барһыла ҡушылып ҡыуана. Мөхәббәт хистәре саф булһа Нурҙары һибелә, һибелә Йәшәйек донъяны гөрләтеп Ғүмергә гел бергә, гел бергә. Әйҙәгеҙ дуҫтарым йырлайыҡ, Ҡушылып мөхәббәт йырҙарын. Йәшәһен йырыбыҙ, йәшәһен Киләсәк быуындар хаҡына. Әйҙәгеҙ дуҫтарым йырлайыҡ, Ҡушылып мөхәббәт йырҙарын. Йәшәһен йырыбыҙ, йәшәһен Киләсәк быуындар хаҡына.