Эх, ҡысҡырып бер иларға ине

Фарит Бикбулатов

Начинаем
Эх, ҡысҡырып бер иларға ине,
Әсәйемден ятып ҡулына.
0:00
0:00

Засечки — начала куплетов. Стрелки ← → прыгают по ним, а не по секундам.

Текст песни «Эх, ҡысҡырып бер иларға ине» — Бикбулатов Фарит

Эх, ҡысҡырып бер иларға ине, Әсәйемден ятып ҡулына. Ул йөрәге менән анлар ине, Ниндәй ҡайғы төшкән, төшкән улына... Әсәкәйем минең, берҙән-берем, Алтындарҙан алтын әсәйем. Ниңә шундай хисле йөрәк бирҙең? Моң-һағыштарымда сәсәйем. Илап булмай йылға ташы һымаҡ, Юшҡындарҙан күңелем ҡатҡанға. Йыйынай алмай оҙон уйҙарымды, Уяу ятам таңдар атҡанда. Әсәкәйем минең, берҙән-берем, Алтындарҙан алтын әсәйем. Ниңә шундай хисле йөрәк бирҙең? Моң-һағыштарымда сәсәйем. Йөрәк тырнап сыҡҡан хистәремде, Ҡайғыларын кемгә һөйләйем? Тамырҙарға ҡаным һыймағанда, Ниндәй көйҙө икән көйләйем? Әсәкәйем минең, берҙән-берем, Алтындарҙан алтын әсәйем. Ниңә шундай хисле йөрәк бирҙең? Моң-һағыштарымда сәсәйем. Әсәкәйем минең, берҙән-берем, Алтындарҙан алтын әсәйем. Ниңә шундай хисле йөрәк бирҙең? Моң-һағыштарымда сәсәйем. Әсәкәйем минең, берҙән-берем, Алтындарҙан алтын әсәйем. Ниңә шундай хисле йөрәк бирҙең? Моң-һағыштарымда сәсәйем. Моң-һағыштарымда сәсәйем, Моң-һағыштарымда сәсәйем.