Ауырлыҡты йырҙар еңеләйтә

♪
Начинаем
Ил яҙмышы бөгөн кем иңендә -
Ир-егеттәр, атай, улдарҙа.
0:00
0:00

Засечки — начала куплетов. Стрелки ← → прыгают по ним, а не по секундам.

Текст песни «Ауырлыҡты йырҙар еңеләйтә»

Ил яҙмышы бөгөн кем иңендә - Ир-егеттәр, атай, улдарҙа. Бикле йөрәктәргә асҡыс таба Йыр яратҡан кеше юлдарҙа. Ауырлыҡты йырҙар еңеләйтә, Онотмайыҡ әле йырҙарҙы. Йөрәктәрҙән сыҡҡан моңлолары Иңләһендәр тыуған ҡырҙарҙы. Иңләһендәр тыуған ҡырҙарҙы. Йырҙар менән йәшәү еңелерәк, Йыр ҡыҫҡарта оҙон юлдарҙы. Беҙҙең теләк – бөтә әсәйҙәр ҙә Көтөп алһын ине улдарын. Ауырлыҡты йырҙар еңеләйтә, Онотмайыҡ әле йырҙарҙы. Йөрәктәрҙән сыҡҡан моңлолары Иңләһендәр тыуған ҡырҙарҙы. Иңләһендәр тыуған ҡырҙарҙы. Кешеләргә күп тә кәрәк түгел, Ҡояш кәрәк, икмәк, тыныслыҡ Һәм тағы ла моңло йырҙар кәрәк Ауырлыҡты еңеп сығырлыҡ. Ауырлыҡты йырҙар еңеләйтә, Онотмайыҡ әле йырҙарҙы. Йөрәктәрҙән сыҡҡан моңлолары Иңләһендәр тыуған ҡырҙарҙы. Иңләһендәр тыуған ҡырҙарҙы. Иңләһендәр тыуған ҡырҙарҙы.