Ташлап киттең мине
♪
Начинаем
Ташлап киттең мине, моңһоулатып өйҙө,
Бер ҙә юҡҡа ғына үпкәләп...
0:000:00
Засечки — начала куплетов. Стрелки ← → прыгают по ним, а не по секундам.
Текст песни «Ташлап киттең мине» — Флүрә Туйсина
Ташлап киттең мине, моңһоулатып өйҙө,
Бер ҙә юҡҡа ғына үпкәләп...
Һин булмағас янда,күңелем юҡһынғанда,
Кем йыуатыр мине иркәләп?..
Һин булмағас янда,күңелем юҡһынғанда,
Кем йыуатыр мине иркәләп?..
Өҙгөләнә үҙәк, телгеләнә йөрәк,
Бергә булған көндө хәтерләп.
Мин яраттым һине, йәшлек дуҫым минең,
Мин яратам һине әле лә.
Мин яраттым һине, йәшлек дуҫым минең,
Мин яратам һине әле лә.
Ташлап киттең мине, моңһоулатып өйҙө,
Яна йөрәк утһыҙ, күмерһеҙ.
Ҡайт, иркәм, ҡайт инде, яндарыма минең,
Һинһеҙ йәшәү миңә күңелһеҙ.
Ҡайт, иркәм, ҡайт инде, яндарыма минең,
Һинһеҙ йәшәү миңә күңелһеҙ.
Һинһеҙ йәшәү миңә күңелһеҙ.
Һинһеҙ йәшәү миңә күңелһеҙ.