Һөйгәнемә рәхмәт әйтегеҙ

Hanov Ajgiz

Начинаем
Һинең менән, иркәм осрашҡанда
Осҡон булып күңелем ҡабынды
0:00
0:00

Засечки — начала куплетов. Стрелки ← → прыгают по ним, а не по секундам.

Текст песни «Һөйгәнемә рәхмәт әйтегеҙ» — Ajgiz Hanov

Һинең менән, иркәм осрашҡанда Осҡон булып күңелем ҡабынды Йөрәгемә осло уҡтар булып Һөйөү хисе килеп ҡаҙалды ҡаҙалды Елдәр елдәр, йомшаҡ наҙлы елдәр Теләгемде ҡабул итегеҙ Йылы ҡояш нурҙарына төрөп Һөйгәнемә һөйөү илтегеҙ Һөйгәнемә рәхмәт әйтегеҙ Һинең менән, иркәм осрашҡанда Сәскә ата ине сирендәр Һөйәм һине, һине наҙлы ғынам Һинең балдай татлы ирендәр, ирендәр Елдәр елдәр, йомшаҡ наҙлы елдәр Теләгемде ҡабул итегеҙ Йылы ҡояш нурҙарына төрөп Һөйгәнемә һөйөү илтегеҙ Һөйгәнемә рәхмәт әйтегеҙ Яңғыҙлыҡта өшөгән күңелемде Иреттерҙе нурлы йөҙҙәрең Йәшәүемә бөтмәҫ дарман бирҙе Күк йөҙөндәй зәңгәр күҙҙәрең күҙҙәрең Елдәр елдәр, йомшаҡ наҙлы елдәр Теләгемде ҡабул итегеҙ Йылы ҡояш нурҙарына төрөп Һөйгәнемә һөйөү илтегеҙ Һөйгәнемә рәхмәт әйтегеҙ Һөйгәнемә рәхмәт әйтегеҙ