Бер көнөңдө бүләк ит

Басыров Зульфир

♪
Начинаем
Бер көнөңдө миңә бүләк ит һин,
Бер көнөңдөң тик бер сәғәтен.
0:00
0:00

Засечки — начала куплетов. Стрелки ← → прыгают по ним, а не по секундам.

Текст песни «Бер көнөңдө бүләк ит» — Зульфир Басыров

Бер көнөңдө миңә бүләк ит һин, Бер көнөңдөң тик бер сәғәтен. Бар донъямды онотормон һымаҡ, Бөгөн минең шундай һәләтем. Бер көнөңдөң, бер сәғәтен генә, Бер минутын ғына бир әле. Ҡояштарың, ямғырҙарың менән, Бер миҙгелгә булһын, кил әле! Бер көнөңдө миңә йәлләмә һин, Нурың мәнән балҡыт күгемде. Һинең янда мин бәхетле итеп, Аҙға ғына тояйым үҙемде. Бер көнөңдөң, бер сәғәтен генә, Бер минутын ғына бир әле. Ҡояштарың, ямғырҙарың менән, Бер миҙгелгә булһын, кил әле! Бер көнөңдө миңә бағышла һин, Үкенергә юлын ҡуймамын. Бер көнөм юк һине уйламаған, Юҡтыр һине уйҙан юйғаным. Бер көнөңдөң, бер сәғәтен генә, Бер минутын ғына бир әле. Ҡояштарың, ямғырҙарың менән, Бер миҙгелгә булһын, кил әле! Бер көнөңдөң, бер сәғәтен генә, Бер минутын ғына бир әле. Ҡояштарың, ямғырҙарың менән, Бер миҙгелгә булһын, кил әле! Ҡояштарың, ямғырҙарың менән, Бер миҙгелгә булһын, кил әле!