Донъя ҡыуып ғүмер үтә
♪
Начинаем
Ваҡыт юҡ тип зарланабыҙ,
Баштан ашҡан эшебеҙ.
0:000:00
Засечки — начала куплетов. Стрелки ← → прыгают по ним, а не по секундам.
Текст песни «Донъя ҡыуып ғүмер үтә» — Идель Нургалин
Ваҡыт юҡ тип зарланабыҙ,
Баштан ашҡан эшебеҙ.
Дуҫ туғандан хәл белергә,
Етмәй аҙна көнөбөҙ.
Үкһеп-үкһеп илар саҡта,
Йылмаябыҙ теш ҡыҫып.
Яһалма хистәр эсендә
Йәнебеҙ йәшәй ҡасып.
Донъя ҡыуып ғүмер үтә,
Һиҙмәйбеҙҙә үткәнен.
Йәнәшәнән ҡулын болғап
Йәшлек үтеп киткәнен.
Тормош арбаһы тәгәрәй
Туҡтамай алға бара
Кемдәр етеҙ, урын таба
Кемдәрҙер, төшөп ҡала.
Ҡайһы ялған, ҡайһы дөрөҫ...
Донъя тулған һүҙ менән.
Башҡаларҙа эшебеҙ юҡ,
Башыбыҙ ергә һеңгән.
Онотҡанбыҙ ғүмеребеҙ
Ағастағы япраҡ ҡына
Хоҙай биргән был тормошта
Беҙ бары ҡунаҡ ҡына.
Донъя ҡыуып ғүмер үтә,
Һиҙмәйбеҙҙә үткәнен.
Йәнәшәнән ҡулын болғап
Йәшлек үтеп киткәнен.
Тормош арбаһы тәгәрәй
Туҡтамай алға бара
Кемдәр етеҙ, урын таба
Кемдәрҙер, төшөп ҡала.
Тормош арбаһы тәгәрәй
Туҡтамай алға бара
Тәгәрмәс тауыштарында
Йылдар күмелеп ҡала...
Ғүмеркәйҙәр берәү генә
Ҡәҙерен белеп йәшәйек.
Кеше булып килдек ергә,
Кеше булып китәйек.
Донъя ҡыуып ғүмер үтә,
Һиҙмәйбеҙҙә үткәнен.
Йәнәшәнән ҡулын болғап
Йәшлек үтеп киткәнен.
Тормош арбаһы тәгәрәй
Туҡтамай алға бара
Кемдәр етеҙ, урын таба
Кемдәрҙер, төшөп ҡала.
Кемдәр етеҙ, урын таба
Кемдәрҙер, төшөп ҡала.