Юҡ шул әсәйем

Harrasov Rauil

♪
Начинаем
Күңелемдә мин һаман да бала,
Етем бала — вафат әсәйем…
0:00
0:00

Засечки — начала куплетов. Стрелки ← → прыгают по ним, а не по секундам.

Текст песни «Юҡ шул әсәйем» — Rauil Harrasov

Күңелемдә мин һаман да бала, Етем бала — вафат әсәйем… Ошо һағыш һаман сыңлап тора, Нисә йылдар шулай йәшәйем. Эх, әсәйем булһа, ҡайтыр инем, Һөйләр инем уға хәлемде, Тубығына башты һалыр инем… …Эй, һағынам ошо мәлемде! Эх, әсәйем булһа, ҡайтыр инем, Һөйләр инем уға хәлемде, Тубығына башты һалыр инем… …Эй, һағынам ошо мәлемде! Юҡ шул инде төбәп ҡайтыр урын – Тыуған өйҙә көткән әсәй юҡ, Һәр беребеҙ үҙе донъя көтә, Башҡаларҙа иһә эше юҡ. Әсәй иҫән булһа, йыйыр ине, Бөтәбеҙҙе атай йортона, Бөтәбеҙ ҙә әсәй йөрәгенә Тигеҙ һыйыр инек…Юҡ ҡына! Әсәй иҫән булһа, йыйыр ине, Бөтәбеҙҙе атай йортона, Бөтәбеҙ ҙә әсәй йөрәгенә Тигеҙ һыйыр инек…Юҡ ҡына! …Нисә йылдар инде ошо һағыш өтә, Шул юғалтыу менән йәшәйем. Күңелемдә мин һаман да бала, Йыуатырға юҡ шул әсәйем… Эх, әсәйем булһа, ҡайтыр инем, Һөйләр инем уға хәлемде, Тубығына башты һалыр инем… …Эй, һағынам ошо мәлемде! Әсәй иҫән булһа, йыйыр ине, Бөтәбеҙҙе атай йортона, Бөтәбеҙ ҙә әсәй йөрәгенә Тигеҙ һыйыр инек…Юҡ ҡына! Бөтәбеҙ ҙә әсәй йөрәгенә Тигеҙ һыйыр инек…Юҡ ҡына! Тигеҙ һыйыр инек…Юҡ ҡына!