Онотмағыҙ беҙҙе
♪
Начинаем
Ҡоштар һымаҡ айырылып китеп
Онотмағыҙ тыуған яҡтарҙы
0:000:00
Засечки — начала куплетов. Стрелки ← → прыгают по ним, а не по секундам.
Текст песни «Онотмағыҙ беҙҙе» — Elvina SHagalina
Ҡоштар һымаҡ айырылып китеп
Онотмағыҙ тыуған яҡтарҙы
Һәм үҫтергән атай-әсәйҙе.
Йылдар уҙып китәр, балалар
Һуҡмаҡтарға яуыр аҡ-ҡарҙар,
Һалҡынайып китәр аралар.
Һалҡынайып китәр аралар.
Онотмағыҙ беҙҙе,
Тыуған яҡты, тыуған нигеҙҙе,
Нигеҙ ҙә бит һағына һеҙҙе.
Онотмағыҙ беҙҙе,
Йышыраҡ ҡайтығыҙ, балалар.
Яҡын булһын һәр саҡ аралар.
Онотмағыҙ беҙҙе,
Онотмағыҙ беҙҙе,
Тыуған нигеҙҙәрҙе онотмағыҙ,
Беҙ булырбыҙ һеҙгә иң терәк
Беҙҙән һеҙгә бары шул теләк.
Нисә йылдар үтһә лә, балалар,
Балалар бит атай-әсәй өсөн
Бала булып һәр саҡ ҡалалар.
Бала булып һәр саҡ ҡалалар.
Онотмағыҙ беҙҙе,
Тыуған яҡты, тыуған нигеҙҙе,
Нигеҙ ҙә бит һағына һеҙҙе.
Онотмағыҙ беҙҙе,
Йышыраҡ ҡайтығыҙ, балалар.
Яҡын булһын һәр саҡ аралар.
Онотмағыҙ беҙҙе,
Онотмағыҙ беҙҙе,
Онотмағыҙ беҙҙе,
Тыуған яҡты, тыуған нигеҙҙе,
Нигеҙ ҙә бит һағына һеҙҙе.
Онотмағыҙ беҙҙе,
Йышыраҡ ҡайтығыҙ, балалар.
Яҡын булһын һәр саҡ аралар.
Онотмағыҙ беҙҙе,
Онотмағыҙ беҙҙе,