Иркәләрмен үҙеңде
♪
Начинаем
Иркәләйһем килә иртәләрен,
Ҡояш нуры булып күҙеңде.
0:000:00
Засечки — начала куплетов. Стрелки ← → прыгают по ним, а не по секундам.
Текст песни «Иркәләрмен үҙеңде» — Флүрә Үҙәнбаева
Иркәләйһем килә иртәләрен,
Ҡояш нуры булып күҙеңде.
Йылы биреп һинең йөҙҙәреңде,
Яратаһым килә үҙеңде.
Кистәрен, ә кистәрен инде,
Ай нурҙары булып балҡырмын.
Һине һөйөп, наҙлап иркәләрмен,
Яндарыңда һинең ҡалырмын.
Ямғыр булып, тамсылары булып,
Сәстәреңә килә тамаһым.
Толомдарың аша үтеп кереп,
Яндарыңда килә ҡалаһым.
Кистәрен, ә кистәрен инде,
Ай нурҙары булып балҡырмын.
Һине һөйөп, наҙлап иркәләрмен,
Яндарыңда һинең ҡалырмын.
Кистәрен, ә кистәрен инде,
Ай нурҙары булып балҡырмын.
Һине һөйөп, наҙлап иркәләрмен,
Яндарыңда һинең ҡалырмын.
Яҙҙың нуры булып яндарыңда,
Булыр инем бергә көн һайын.
Йәйҙәр еткәс инде һауаларҙа
Тыңлар инек бергә турғайын.
Кистәрен, ә кистәрен инде,
Ай нурҙары булып балҡырмын.
Һине һөйөп, наҙлап иркәләрмен,
Яндарыңда һинең ҡалырмын.
Кистәрен, ә кистәрен инде,
Ай нурҙары булып балҡырмын.
Һине һөйөп, наҙлап иркәләрмен,
Яндарыңда һинең ҡалырмын.
Һине һөйөп, наҙлап иркәләрмен,
Яндарыңда һинең ҡалырмын.
Яндарыңда һинең ҡалырмын.