Һине көтөп

Байегет Сагидулла

♪
Начинаем
Һине көтөп көҙҙө еткерҙем мин,
Көтә-көтә, бәлки, яҙ етер.
0:00
0:00

Засечки — начала куплетов. Стрелки ← → прыгают по ним, а не по секундам.

Текст песни «Һине көтөп» — Сагидулла Байегет

Һине көтөп көҙҙө еткерҙем мин, Көтә-көтә, бәлки, яҙ етер. Көтә-көтә, бәлки, йылдар үтер, Үтенәм мин көтәм барыбер. Хоҙай биргән миңә был һөйөүҙе Ғонаһтарым өсөн яза тип. Яңғыҙлыҡтан да бит ауырыраҡ икән Яратылмай йәшәү яратып... Яратып... Ямғыр яуып йыуа тәҙрәләрҙе, Унан ярҙам һорап нишләрмен? Барыһы ла бар, бер ни кәрәк түгел, Тик һин генә миңә етмәйһең. Алдарыңа әллә төҙләнәйемме? Юлдарыңа гөлдәр һибәйемме? Әгәр һинең өсөн кәрәк була икән, Был донъянан әллә китәйемме? Китәйемме? Алдарыңа әллә төҙләнәйемме? Юлдарыңа гөлдәр һибәйемме? Әгәр һинең өсөн кәрәк була икән, Был донъянан әллә китәйемме? Китәйемме? Был донъянан әллә китәйемме? Китәйемме?