Сейәләрең сәскә атҡанда
♪
Начинаем
Сейәләрең сәскә атҡанда,
Сейәләргә томан ятҡанда,
0:000:00
Засечки — начала куплетов. Стрелки ← → прыгают по ним, а не по секундам.
Текст песни «Сейәләрең сәскә атҡанда» — Гөлсәсәк Шәрипова
Сейәләрең сәскә атҡанда,
Сейәләргә томан ятҡанда,
Һиңә юлды табаһы ине,
Сейәң булып ҡалҡаһы ине.
Һиңә юлды табаһы ине,
Сейәң булып ҡалҡаһы ине.
Сейәләрең сәскә ҡойғанда,
Сейәләрең шәрбәт йыйғанда,
Күңелеңә тулаһы ине,
Һағ(ы)ныу йырың булаһы ине.
Күңелеңә тулаһы ине,
Һағ(ы)ныу йырың булаһы ине.
Сейәләргә ҡарҙар яуғанда,
Сейәләрең елдән ауғанда,
Дауылдарҙы ҡыуаһы ине,
Йәй ҡояшы булаһы ине.
Дауылдарҙы ҡыуаһы ине,
Йәй ҡояшы булаһы ине.
Алһыуланып сейә бешкәндә,
Сейәләргә ысыҡтар төшкәндә,
Нурлы йөҙөң тағаһы ине,
Нурың булып тамаһы ине.
Нурлы йөҙөң тағаһы ине,
Нурың булып тамаһы ине.
Нурлы йөҙөң тағаһы ине,
Нурың булып тамаһы ине.
Нурлы йөҙөң тағаһы ине,
Нурың булып тамаһы ине.