Тыуған яғым
♪
Начинаем
Ҡояш ҡалҡҡан һайын, ҡояш батҡан һайын,
Ҡарайым мин тыуған яғыма.
0:000:00
Засечки — начала куплетов. Стрелки ← → прыгают по ним, а не по секундам.
Текст песни «Тыуған яғым» — Radmir Tujsin
Ҡояш ҡалҡҡан һайын, ҡояш батҡан һайын,
Ҡарайым мин тыуған яғыма.
Зифа ҡайындарың, сылтырап аҡҡан шишмәң
Күренерҙәй төҫлө тойола.
Зифа ҡайындарың, сылтырап аҡҡан шишмәң
Күренерҙәй төҫлө тойола.
Шунда үтте инде бала сағым минең,
Шунда үтте инде йәшлегем.
Ниңә генә икән, ниңә генә икән,
Шул яҡтарға тартыла күңелем?
Ниңә генә икән, ниңә генә икән,
Шул яҡтарға тартыла күңелем?
Ҡояш ҡалҡҡан һайын, ҡояш батҡан һайын,
Ҡарайым мин тыуған яғыма.
Юҡ, йөрөмәм оҙаҡ, сит ерҙәрҙә сыҙап,
Ҡайтырмын мин тыуған ауылыма.
Юҡ, йөрөмәм оҙаҡ, сит ерҙәрҙә сыҙап,
Ҡайтырмын мин тыуған ауылыма.
Юҡ, йөрөмәм оҙаҡ, сит ерҙәрҙә сыҙап,
Ҡайтырмын мин тыуған ауылыма.
Ҡайтырмын мин тыуған ауылыма.