Йөрәгемде асып яңылыштым

Kildiyarova Albina

♪
Начинаем
Мөхәббәтем булып сәскә атҡан инең,
Донъям бөтөн кеүек тойолдо.
0:00
0:00

Засечки — начала куплетов. Стрелки ← → прыгают по ним, а не по секундам.

Текст песни «Йөрәгемде асып яңылыштым» — Albina Kildiyarova

Мөхәббәтем булып сәскә атҡан инең, Донъям бөтөн кеүек тойолдо. Нисә йылдар һаҡлап йыйған уй-хистәрем, Бер миҙгелдә елгә ҡойолдо. Асыуланма, йәнем, һиңә әле иртә, Бер аҙ ғына, ахыры, ашыҡтым. Аңлар мине тейеп, баштарымды эйеп, Йөрәгемде асып яңылыштым. Ситтән ҡарағанда барыһы ла һәйбәт, Иң бәхетле кеше мин генә. Йылмайыуға ҡасып йәшеренгән йөрәк, Түҙә алмайса илай гел генә. Яратыуҙан кеше үлмәй тиҙәр, беләм, Яратмаһаң, йәлләп ҡарама. Үлеү генә түгел, әйтерһең дә йәнгә Арҡыры-арҡыры бысаҡ ҡаҙала. Һинең тормошоңда урын юғын беләм, Һинең унда барыһы бүленгән. Шул ҡәҙәрем һине яратыуым өсөн Кисер мине, зинһар, үтенәм. Үҙем килдем һиңә, үҙем китәм инде, Һин барыбер аңлай алмаҫһың. Минең кеүек итеп янып-өҙгөләнеп, Яратырға һиңә яҙмаһын. Асыуланма, йәнем, һиңә әле иртә, Бер аҙ ғына, ахыры, ашыҡтым. Аңлар мине тейеп, баштарымды эйеп, Йөрәгемде асып яңылыштым. Аңлар мине тейеп, баштарымды эйеп, Йөрәгемде асып яңылыштым. Йөрәгемде асып яңылыштым.