Миҙгелдәрҙә ғүмер ағышы
♪
Начинаем
Алтындарға манып, келәм түшәп,
Көҙ туйланы япраҡ туйҙарын.
0:000:00
Засечки — начала куплетов. Стрелки ← → прыгают по ним, а не по секундам.
Текст песни «Миҙгелдәрҙә ғүмер ағышы» — Рәзидә Әхмәтова
Алтындарға манып, келәм түшәп,
Көҙ туйланы япраҡ туйҙарын.
Талғын ғына бейеп, сафлыҡ бөркөп
Яуып тора тәүге ҡарҙары.
Барыһы ла ерҙә ҡабатлана
Киткән ҡоштар ҡайта ашҡынып.
Ә миҙгелдәр ғүмер йомғағылай
Үтә икән шулай ашығып.
Ә миҙгелдәр ғүмер йомғағылай
Үтә икән шулай ашығып.
Йүгерек кенә йылға тулҡындары
Айырылмай аға ярынан.
Юлы аймылыш түгел, йәшлек ҡайтмай,
Тәүге һөйөү ҡалған яҙынан.
Барыһы ла ерҙә ҡабатлана
Киткән ҡоштар ҡайта ашҡынып.
Ә миҙгелдәр ғүмер йомғағылай
Үтә икән шулай ашығып.
Ә миҙгелдәр ғүмер йомғағылай
Үтә икән шулай ашығып.
Йоҡоларға талған наҙлы гөлдәр,
Аҡ миҙгелдең мамыҡ юрғаны.
Һайратырҙай ҡыштың бурандарын
Йөрәгемдә былбыл һайраны.
Барыһы ла ерҙә ҡабатлана
Киткән ҡоштар ҡайта ашҡынып.
Ә миҙгелдәр ғүмер йомғағылай
Үтә икән шулай ашығып.
Ә миҙгелдәр ғүмер йомғағылай
Үтә икән шулай ашығып.
Ә миҙгелдәр ғүмер йомғағылай
Үтә икән шулай ашығып.
Үтә икән шулай ашығып.