Ҡайтсы, йәшлек

Шәрипов Харис

♪
Начинаем
Үткән ғүмер осар ҡоштар кеүек,
Ҡанаттарым көсөн һиҙмәнем.
0:00
0:00

Засечки — начала куплетов. Стрелки ← → прыгают по ним, а не по секундам.

Текст песни «Ҡайтсы, йәшлек» — Харис Шәрипов

Үткән ғүмер осар ҡоштар кеүек, Ҡанаттарым көсөн һиҙмәнем. Осар ҡоштар араһында йәшлек Һинең ҡайтыуымды теләнем. Ҡайтсы, йәшлек, осар ҡоштар булып, Ҡайтсы, йәшлек, йәшел яҙҙарым. Күкрәк тулт(ы)рып ҡабат йырлар инем Һиндә ҡалған тәүге йырымды. Күкрәк тулт(ы)рып ҡабат йырлар инем Һиндә ҡалған тәүге йырымды. Тормош мәшәҡәте артҡан һайын, Йәшлек үтеүҙәрен һиҙмәнем. Көҙгө япраҡтарҙың араһынан Йәшелдәрен һаман эҙләнем. Ҡайтсы, йәшлек, осар ҡоштар булып, Ҡайтсы, йәшлек, йәшел яҙҙарым. Күкрәк тулт(ы)рып ҡабат йырлар инем Һиндә ҡалған тәүге йырымды. Күкрәк тулт(ы)рып ҡабат йырлар инем Һиндә ҡалған тәүге йырымды. Йәшел япраҡ осар ҡоштар һеҙгә Йәшлегемде һаман оҡшатам. Үткән йылдар, яҡты хәтирәһен, Хәҙер уйлап, үҙемде йыуатам. Ҡайтсы, йәшлек, осар ҡоштар булып, Ҡайтсы, йәшлек, йәшел яҙҙарым. Күкрәк тулт(ы)рып ҡабат йырлар инем Һиндә ҡалған тәүге йырымды. Ҡайтсы, йәшлек, осар ҡоштар булып, Ҡайтсы, йәшлек, йәшел яҙҙарым. Күкрәк тулт(ы)рып ҡабат йырлар инем Һиндә ҡалған тәүге йырымды. Күкрәк тулт(ы)рып ҡабат йырлар инем Һиндә ҡалған тәүге йырымды.