Мин әсәйемде төшөмдә күрҙем
♪
Начинаем
Мин әсәйемде төшөмдә күрҙем,
Иртән гөлдәргә һыу һибә ине.
0:000:00
Засечки — начала куплетов. Стрелки ← → прыгают по ним, а не по секундам.
Текст песни «Мин әсәйемде төшөмдә күрҙем» — Сумбуль Муратова
Мин әсәйемде төшөмдә күрҙем,
Иртән гөлдәргә һыу һибә ине.
Иркә гөлдәрҙәй әсәй беҙҙе лә
Иркәләй ине, гел һөйә ине.
Иркә гөлдәрҙәй әсәй беҙҙе лә
Иркәләй ине, гел һөйә ине.
Мин әсәйемде төшөмдә күрҙем,
Ҡаҙ бәпкәләрен күлгә төшөрҙө.
Шул бәпкәләрҙәй сабый сағымды
Әсәйем ҡабат иҫкә төшөрҙө.
Шул бәпкәләрҙәй сабый сағымды
Әсәйем ҡабат иҫкә төшөрҙө.
Мин әсәйемде төшөмдә күрҙем,
Толомлап үрә ине сәскәйен,
Был юл төштәре һиңә саҡыра,
Өҙөлөп һағындым, ҡайтам, әсәйем.
Был юл төштәре һиңә саҡыра,
Өҙөлөп һағындым, ҡайтам, әсәйем.
Өҙөлөп һағындым, ҡайтам, әсәйем.