Ҡайтам инде
♪
Начинаем
Яманһыулап болондарҙы буйлама,
Онытҡандыр инде, тиеп уйлама.
0:000:00
Засечки — начала куплетов. Стрелки ← → прыгают по ним, а не по секундам.
Текст песни «Ҡайтам инде» — Артур Шугаепов
Яманһыулап болондарҙы буйлама,
Онытҡандыр инде, тиеп уйлама.
Нисек онотайым һөйгән йәремде
Ҡара ҡашлы, наҙлы йәнемде.
Нисек онотайым һөйгән йәремде
Ҡара ҡашлы, наҙлы йәнемде.
Нисек онотайым тыуған яғымды,
Унда уҙған алтын бала сағымды?!
Һағындырҙы Ағиҙелдең ҡамышы,
Сылтрап аҡҡан шишмә тауышы.
Һағындырҙы Ағиҙелдең ҡамышы,
Сылтрап аҡҡан шишмә тауышы.
Һағындырҙы һыҙылып таңдар атыуы,
Әсәйемдең иркәләп уятуы.
Ҡайтам инде тыуып-үҫкән яғыма,
Ҡырҙарыма, туғайҙарыма.
Ҡайтам инде тыуып-үҫкән яғыма,
Ҡырҙарыма, туғайҙарыма.
Ҡайтам инде тыуып-үҫкән яғыма,
Ҡырҙарыма, туғайҙарыма.
Ҡайтам инде тыуып-үҫкән яғыма,
Ҡырҙарыма, туғайҙарыма.
Ҡырҙарыма, туғайҙарыма.